Республиканың Һанлы үҫеш министрлығы төбәк тарихы һәм мәҙәниәтенә бағышланған заманса курс тәҡдим итә. Һуңғы уҡыу йылы аҙағында курс төбәктең бер нисә ҡала мәктәптәрендә апробация үтеп, ыңғай баһаланған.
Онлайн-курс йөкмәткеле видеороликтар, иллюстрациялар, 3D моделле объекттар һәм виртуаль уйындар менән байытылған. Программаны булдырыу менән республиканың алдынғы ғалимдары, тел белгестәре һәм археологтары шөғөлләнгән.
Иң мөһиме: курс мәктәптәрҙәге электрон көндәлеккә тоташтырылған. Ҡулланыусылар уңайлығы өсөн курстың мобиль версияһы ла бар. Программа менән Башҡортостандың электрон белем биреү порталында танышырға мөмкин.
Рәзилә Ғиниәтуллина