Башҡортостанда иң тәрән күл ҡайҙа?

Өфөгә ҡасан нигеҙ һалынған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға баш ҡаланың төрлө милләт диаспоралары вәкилдәре яуап бирҙе. 5 команда араһында Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры музыканттары ла бар ине.

Рәсәй көнөнә бағышланған интеллектуаль уйын Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан йыл һайын ойошторола. Быйыл уйын «Йәшлек Хаус» йәштәр үҙәгендә үтте. Еңеүселәр татлы приздар менән бүләкләнде.

Рәзилә Ғиниәтуллина