Ике тәүлек эсендә 450 саҡрым...

Баш ҡалалағы «Б» йүгереү клубында ҡатнашыусылар «Өфө мунсағы» маршруты буйынса эстафета уҙғарып, баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына юғары әҙерлек кимәлен күрһәтте. Күләмле спорт сараһында йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, улар араһында ирекмәндәр ҙә була.

Һуңғылары майҙанда Хәйриә акцияһын ойошторҙо. Старт һыҙығына баҫыусылар дүрт йәшлек Тимур Дәүләтшинға яман шештән дауалау курсы үтеүгә аҡса йыйҙы. Сәләмәт тормош яҡлылар мәрхәмәтлек, изге эштәр эстафетаһын дауам итергә ниәтләй.

Гөлназ Хәйбуллина