Өфөнөң Затон биҫтәһендә яңы дәүләт ветеринария клиникаһы эшләй башланы

Микрорайон йылдам үҫешә, шуға күрә ветеринария дауаханаһын төҙөү көн талабы. Мал табиптары шулай уҡ Ленин районында эпидемиологик хәлде контролдә тотасаҡ. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Килкә ҡушаматлы йомшаҡ пациент ҡурҡынып, тирә-яҡты күҙәтә, сөнки был стеналарҙа ул беренсе тапҡыр. Шуға күрә бөтә нәмә уға ят тойола. Хәйер, был стеналар мал-тыуар, ҡош-ҡортта дауалаясаҡ ветеринарҙарға ла яңы. Затонда ҡала ветеринария станцияһы үткән быуаттың ҡырҡынсы йылдарынан алып эшләп килгән һәм бер ниндәй ҙә уңайлыҡтары булмаған шәхси йорт бинаһында урынлашҡан булған.

Иҫке бинабыҙҙа эре малдарҙы ҡараясаҡбыҙ, сөнки Затон биҫтәһендә шәхси йорттарҙа эре мал етәрлек. Ә ваҡ малды, йорт хайуандары һаулығын тейешле кимәлдә тотоу өсөн яңы бина төҙөлдө.

Кристина Байғусҡарова, мал табибы

Яңы бинаның уңайлыҡтарын ветеринарҙар ҙа, уларҙың пациенттары ла самалап ҡараны. Процедуралар бушлай, хатта ветклиникала льготалы хаҡ менән йорт хайуандарына стерилизация һәм кастрация эшләтергә мөмкин.

Һәр бер йән эйәһенә яҡшы мөғөләмә кәрәк. Эттәргә, бесәйҙәргә яғымлы итеп өндәшәбеҙ, хәрәкәттәрен һәр ваҡыт иркәләп хулайбыҙ. Хужаһы эргәләрендә булмағанда улар ҡурҡа, тынысһыҙлана.

Юлия Маренкова, мал табибы, грумер

Ветеринар клиника табиптары шулай уҡ ҡаланың ашығыс ветеринар ярҙамына мөрәжәғәт итеүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк. Бынан тыш, Өфөнөң Ленин районында шәхси секторҙағы малдарҙы бушлай вакцинациялау ҙа улар яуаплылығында буласаҡ.Ҡотороу сиренә ҡаршы прививка, дүрт аяҡлы йорт хайуандарын иҫәпкә алыу мал эйәләре ярҙамы менән әүҙем башҡарылырға тейеш. Мал табибы бөтә кешелек һаулығы һағында тора. Киләсәктә Өфөлә ветеринар медицина үҙәген асыу ҙа өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе булып тора.

Яңы ветстанцияла уңайлы шарттар һәм заманса ҡорамалдар шәхси клиникалағыларҙан һис тә ҡалышмай. Ә Затон биҫтәһендә асылған яңы клиниканың ветеринар хеҙмәте алдында бында хеҙмәтләндереү шәхси клиникаларҙан ҡалышмауын, юғары кимәлдә икәнлеген раҫлау бурысы тора.

Гүзәл Борханова