Бөгөн Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһына 23 медицина хеҙмәткәре юлға сыҡты

Табиптар унда ай дауамында халыҡты диспансер тикшереүҙә һәм дауалауҙа ҡатнаша. Бер ай элек киткән тәүге төркөм табиптарына алмашҡа барыусыларҙы алыҫ командировкаға БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева оҙатып ҡалды.

Шартлау тауышы ишеткәс тә ергә, йә иҙәнгә ятырға... Хәүефһеҙлек талаптары буйынса инструктаж. Юҡ, табиптар, әлбиттә, атыш-шарталау эсендә эшләмәйәсәк. Красный Луч ҡалаһындағы дауаханала һәм эргәләге райондарға сығасаҡ.Ҡалала тыныс, шулай ҙа өҫтөнән ракеталар оса, беҙҙең ил яғына түгел, тип аңлата инструктаж үткәреүселәр.

Ундағы халыҡтың хәлен аңлап торабыҙ. Күп уйламаным. Балалар сәләмәтлеген хәстәрләүҙә ярҙам итеп ҡайтыу изге эш тип һанайым.Өйҙә мине ғаиләм, балаларым көтөп ҡалды.

Шамил Шәрипов, Республика балалар клиник дауаханаһы табибы

Луганскийға тәүге төркөм медиктар 11 майҙа оҙатылғайны. Улар мобиль поликлиника, балалар стамотологияһы һәм кардиология күсмә модулендә эшләй. Автопоезд диагностика ҡорамалдары, кәрәкле медицина техникаһы менән йыһазландырылған. Бөгөн табиптар уларға алмашҡа бара, ҡайтмай икенсе ай эшләргә ҡалыусылар ҙа бар.

Кардиолог, ревматолог, педиатр, терапевт, хирург һәм башҡа белгестәр ай самаһы урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Пациенттар араһында яраланғандары ла булырға мөмкин, тиелде һөйләшеүҙә.

Быға тиклем белгестәр туғандаш республикаға гуманитар ярҙам колоннаһы составында барһа, был юлы автобуста ҡуҙғалды. Ике мең саҡрымдан ашыу юл үтәһе бар. Командировкаға юлланыусыларҙы имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп хеҙмәттәштәре, яҡындары оҙаттып ҡалды.

Рәмилә Исмәғилева