Урындағы халыҡ медицина учреждениеһын йылдар буйы көтөп алған, сөнки иҫке бина заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәгән. Яңы объектта халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған. Тулыраҡ киләһе репортажда.
Түбәнге Әрмет ауылында фельдшер булып эшләгән Алина Ильясова күҙ йәштәрен тыя алмай. Тик был шатлыҡ йшәтәре. Ниһайәт, ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Алина бәләкәйҙән табип булырға хыялланған. Кинйәбулат ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Үҙ эшен яратып башҡарған йәш кенә ҡыҙҙы ауыл халҡы ла яратып өлгөргән.
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты - районда быйыл асылған тәүге медицина учреждениһы. Ул заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, бында пациентты ҡабул итеү, процедура, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр эшләй. Бина йылы, ул электр энергияһы менән йылытыла, һыу менән тәьмин ителгән. Был ваҡиғаны урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә, сөнки элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына яуап бирмәгән, тейешле шарттарға яраҡлаштырылмаған балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан булған.
“Һаулыҡ һаҡлау” маҡсатлы милли проект сиктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһына Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин , район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, Ишембай үҙәк дауаханаһының баш табибы Алик Янышев килде. Улар ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашып, Әрметтәргә уңыштар теләне.
Түбәнге Әрмет ауылында берҙәм, татыу халыҡ йәшәй. Яңы объект асылыу ысын мәғәнәһендә уларға ҙур бүләк. һуңғы осорҙа ҡыуаныслы ваҡиғалар күп, ти ерле кешеләр.
Районда быйыл тағы ла заманса 3 фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, яңы медицина учреждениелары төбәктә медицина хеҙмәәләндереүе сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова