Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республиканан ғына 127 меңдән ашыу яҡташыбыҙ хәбәрһеҙ юғала. Тыуған ил тыныслығы өсөн башын һалған ата-бабаларыбыҙҙың күбеһе Полоцк ерен мәңгелеккә төйәк итеүе мөмкин. Сөнки ваҡытында төбәктә совет хәрби әсирҙәре өсөн немец концлагеры урынлаша. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, «Дулаг -125»-тә тыуҙырылған аяуһыҙ шарттарҙа 40 меңдән ашыу ватандашыбыҙҙың ғүмере өҙөлә. Совет яугирҙары ерләнгән Туғандар ҡәберлеген БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов барып күрҙе.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияның Полоцк ҡалаһында немец концлагеры урынлаша. Ул совет хәрби әсирҙәренең ваҡытлыса тотолған урыны һанала. Шуға ла «Дулаг – 125»-тә бүлмәләр ҙә, хатта туҡланыу ҙа ҡаралмай. Һуғыштың икенсе йылына пленға алыныусылар тағы ла арта, был үҙ сиратында түҙеп торғоһоҙ шарттарҙа һәләк булыусыларҙың ишәйеүенә килтерә.
Концлагерҙа һәләк булыусылар Полоцк эргәһендәге ҡомло урында ерләнгән. 90-сы йылдарҙа был урында ҡаҙыныу һәм биләмәне тәртипкә килтереү эштәре ойошторола. Ҙур булмаған постаментҡа Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ ҡуйыла. Халыҡ башланғысы менән һуңынан алтаҡта нигеҙендә һәйкәл урынлаштырырға ҡарар ителә.
Полоцк ерендәге һуғышта 170-се һәм 186-сы уҡсылар дивизияһы ла ҡатнаша. Шуға ла әсирҙәр араһында Башҡортостан яугирҙары лә булыуы мөмкин. Әммә улар тураһында бөгөн мәғлүмәттәр юҡ тиерлек. Ошо ғәҙелһеҙлекте тергеҙеү маҡсатында республика тарихсылары Белорусиссия төбәгенә сәфәр ҡылды.
Һуғыш йылдарында йөҙҙән ашыу завод һәм фабрика Башҡортостанға күсерелә. Улар араһында Белоруссия предприятиелары ла була. Төбәктәрҙе уртаҡ тарих бәйләүен иҫәпкә алып хеҙмәттәшлекте яйға һалырға кәрәк. Был мәсьәлә республика вәкилдәренең 1-се мәктәптә ойошторолған осрашыуҙа күтәрелде.
Берлектәге эшмәкәрлек шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған Башҡортостан яугирҙарын табырға ла ярҙам итер тип көтөлә. Әле урындағы мәктәп базаһында эҙәрмәндәр берләшмәһе эшләй. Уның йәш ағзалары йыл һайын яу яландарында ҡаҙыныу эштәре менән шөғөлләнә.
Полоцк ҡалаһында йәшәүселәрҙең күбеһе бөгөн Башҡортостан тураһында яҡшы белә. Полоцк ҡалаһына сәфәр барышында ата-бабабаларыбыҙ исемен мәңлештереү мәсьәләһе күтерелде. Мемориаль комплекста әсирлектә булған яугирҙарҙың исем-шәрифтәрен яҙырға мөмкин. Шулай уҡ Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға иҫтәлекле билдә ҡуйыласаҡ.
Илдар Байбулатов