Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда ял һайын ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр һәм баҡсасылар үҙ тауарҙарын тәҡдим итә. Cауҙа рәттәрендә йәшелсә-емеш, үҫентеләр, шифалы үләндәр һәм башҡа төрлө продукция һатып алырға мөмкин. Йәрминкәгә БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким барып ҡайтты.
Йәйге йәрминкә өҫтәлдәре аҙна һайын яңы продукция менән тулылана. Республика ауылдарынан килгән фермерҙар баш ҡала халҡына экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция тәҡдим итә. Бал, һөт, ҡаймаҡ, йомортҡа һәм башҡа тауарҙар кискә тиклем һатылып бөтә.
Ауыл хужалығы йәрминкәһен башлыса өлкән йәштәгеләр. үҙ итә. Улар ауылдан килтерелгән аҙыҡ-тулектең сифаты юғары булыуын билдәләй.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында етештерелгән продукция ҡала халҡында ҙур һорау менән файҙалана. Һатыусылар ҙа сауҙанан ҡәнәғәт. Бында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү өсөн санитар тикшереүҙәр даими уҙғарыла. Фермерҙарға һәм шәхси хужалыҡтарға сауҙа урындары бушлай бүленә.
Флорида Ким