Владимир Путин һәм Михаил Мишустин Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән ҡотланы

  Ил президенты  Республика  башлығы  исеменә  ҡотлау  хаты  ебәрҙе. - Был байрам Тыуған иле менән ғорурланған һәр кеше  өсөн  ҡиммәт.  Ул Ватаныбыҙ һәм уның киләсәге  өсөн беҙҙең берҙәм  яуаплылыҡты  символлаштыра, - тиелә  президенттың ҡотлау  хатында. Премьер-министр  яҙыуынса, беҙ Тыуған илебеҙҙе  яратабыҙ, уның  күп быуатлыҡ тарихы, асыштары һәм ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ. Күп милләтле халҡыбыҙҙың берҙәмлеге Рәсәйҙең төрлө хәүеф һәм янауҙарға ҡаршы тороуында, үҫешендә төп таяныс булып тора. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР Халыҡ депутаттарының беренсе съезында Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдан был дата рәсми байрам булараҡ билдәләнә.