“Өфө” исемле хәрби кәмә Федераль именлек хеҙмәтенә тапшырыла. Ул дингеҙҙә сик буйын һаҡлау өсөн ҡулланыла. Әле карап Санкт-Петербургта суднолар төҙөү фирмаһында йыйыла. Уны 2023 йылда һыуға төшөрөү ҡарала. Быға тиклем мартта “Өфө” атамалы һыу аҫты кәмәһе Рәсәй Ҡораллы көстәренә тапшырылды.