Өфөнөң 448 йыллығы уңайынан ҡаланың төрлө майҙандарында байрам саралары ойошторолдо

Сипайлово биҫтәһендә күләмле реконструкциянан һуң «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркы сафҡа инеүе баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн иң сағыу ваҡиғаға әйләнде. Бында күл өҫтөндә музыкаль фонтан асылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

«Ҡашҡаҙан» паркы өс йыл эсендә танымаҫлыҡ итеп үҙгәрҙе. 2019 йылдан алып барылған реконструкциянан һуң күл тулыһынса таҙартылып, 4 метрға тиклем тәрәнәйтелде, уны таҙа тотоу өсөн тирә-яғына улаҡтар ҡуйылды, ағас-ҡыуаҡтар ултыртылды, яр буйы биҙәлде.

Өфөнөң тыуған көнөндә паркта йыйылған ял итеүселәр яңыртылған биләмәне ҡарап тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Дүрт амфитеатр, балалар майҙансығы, спорт бүлеге, кафе һәм башҡа ял зоналары баш ҡалала йәшәүселәрҙе битараф ҡалдырманы. 30 гектар майҙанға йәйелгән паркта пляж, кәмәлә йөрөү кеүек хеҙмәттәр ойоштороу күҙаллана.

Рәсәй һәм Өфө көнөндә паркта бай программалы концерт үтте. Парк майҙанында республика сәхнә оҫталары, ижади коллективтар сығыш яһаны. Баш ҡалала йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы «На-На», «Добро» кеүек популяр төркөмдәр сәләмләне.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек дауам итә.

Иҫтәлекле датаға баш ҡалала мәҙәни һәм спорт объекттары төҙөлөшө көтөлә. Ҡашҡаҙан паркы ла ошо биләмәләр исемлегендәге объекттарҙың береһе.

Һыуы 100 метр оҙонлоҡҡа һәм 25 метр бейеклеккә урғылған музыкаль фонтан байрамлың иң төп тамашаһы, тип әйтергә мөмкин. Лазер ярҙмында яҡтыртылған бейеүсе-фонтан өҫтөндә осҡан Өфөнөң символы – һыуһар һәр кемдең күңелен күтәрҙе. Баш ҡала байрамы, ғәҙәттәгесә, сағыу салют менән тамамланды.

Флорида Ким