Балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙиндың башҡорт бейеүе үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Шәхестең тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы һәм уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында Күсей ауылында мемориаль таҡтаташ асылды.
Таҡтаташ – хәтер билдәһе. Баймаҡ районының данлыҡлы бейеүсеһенә таҡтаташ Абдулхаҡ Игебаев исемендәге ауыл мәҙәниәте йортона ҡуйылды. Сараның ойоштороусылары һәм бағыусылары булып Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы, «Саптар» өлгөлө бейеү ансамбле торҙо. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты
Башҡорттарҙың булмышын, рухын һәм тәбиғәтен сағылдырған бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай, райондың «Ирәндек» бейеү ансамбленның данын күтәрә, бөтә донъяға таныта.Тантанаға ауыл халҡы, уның менән бер йылдарҙа эшләүсе коллегалары, ветеран бейеүселәр йыйылды.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үткәргән «Байыҡ» республика конкурсында ла Йәүҙәт Бикбирҙиндың бейеүҙәре йыш сәхнәгә сыға. Балалар араһында гран-при яулаусы өмөтлө йәш бейеүсе Әмир Солтанов Йәүҙәт Бикбирҙиндың иң яҡшы сәнғәт өлгөләренең береһе булған “Еҙ үксә” бейеүе менән сығыш яһаны.
Йәүҙәт Бикбирҙин – бейеү сәнғәтенең сағыу йондоҙо булыуҙан тыш, үҙ эшенә бар йөрәген, күңелен һалып, илһам хөкөмөнә бирелгән ижадсы. Уның ҡалдырған бейеү мираҫы – Урал аръяғы башҡорттары бейеүенең йөҙө һәм асылы.
Рүзилә Ғүмәрова