Ялан батырҙарын данлай һабантуйҙар

Республикала һабантуйҙар дауам итә. Хәйбулла, Мәсетле, Саҡмағош райондарында ла яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалып, алдынғы хужалыҡтар билдәләнде. Милли рух менән һуғарылған байрам саралары хаҡында киләһе яҙмала.

Буҙа, ҡымыҙ, ҡорот, сәк-сәк... Хәйбулла ерендә һабантуй ҡунаҡтарын милли ризыҡтар, йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар. Артабан байрам майҙанында театрлаштырылған тамаша ҡуйылды, ауыл хужалығы алдынғылары парады үтте. Һәр йылдағыса ялан батырҙарына иғтибар һәм ихтирам күрһәтелде.

Ҡоролоҡтан тамам йонсоған хәйбуллалар йәйҙең яуым-төшөмлө булыуына айырыуса ҡыуана. Быйыл районда яҙғы сәсеү эштәре 92 мең гектар майҙанда башҡарылған. Республика кимәлендә юғары күрһәткестәрҙең береһе. Оло сәхнәлә агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Уларға урындағы хакимиәт һәм төбәктең ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сараның рәсми өлөшөнән һуң күләмле спорт ярыштарына старт бирелде. Барса халыҡ ат сабышын ҡарарға ашыҡты. Унда райондың иң етеҙ башҡорт аты һәм иң яҡшы һыбайлыһы билдәләнде. Милли көрәш буйынса турнир ҙа көсөргәнешле үтте. Электромеханик Азамат Ҡаҙаев келәмдә бер кемгә лә бил бирмәй, абсолют еңеүсе тип танылды.

Майҙан батырҙары төрлө ярыштар буйынса асыҡланды. Көслөләр, дәртлеләр билдәләнде. Футбол, волейбол буйынса турнир, милли уйындар - һәр кем күңеленә ятҡан сараларҙа ҡатнаша алды.

Һабантуй майҙанын тирмәләр биҙәне. Һәр ауыл биләмәһе милли ихата ҡороп, халыҡ күңеле байлығын күрһәтте. Йола, ғөрөф-ғәҙәттәр, аш-һыу менән таныштырҙы.

Майҙанда ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Уңған хужабикәләр милли кейем тегеү, стилләштерелгән селтәр әҙерләү, шәл бәйләү оҫталығы менән уртаҡлашты.

Саҡмағош районында ла яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалды. Байрам программаһына ярашлы, тәү сиратта, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Парадта район хужалыҡтарының техник ҡеүәте күрһәтелде. Шулай уҡ майҙанда «Дуҫлыҡ тирмәләре» ҡоролғайны, йыйылған халыҡ өсөн күңел асыу сараларында ҡатнашты

Мәсетле районында йәшәүселәр ҙә һабантуйҙы лайыҡлы уҙғарҙы. Ауыл уңғандары, аграрийҙар тантаналы үткәндән һуң яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалды. «Аҡтау», «Йондоҙ», «Ленин» исемендәге предприятиелар һәр йылдағыса лидерҙар рәтендә. Сара сиктәрендә райондың иң яҡшы механизаторҙары ла билдәләнде.

Башҡорт йәйләүҙәрендә билдәле шәхестәрҙең шәжәрәһе, «Атайсал» проектында ҡатнашҡан яҡташтар менән танышырға мөмкин ине. Шулай уҡ майҙанда халыҡ кәсептәре лә күрһәтелде.

Кейеҙҙән, ағастан яһалған сувенир продукцияһы тәҡдим ителде. Майҙанда милли көрәш, ат сабышынан тыш, «Мәргән уҡсы» турниры ла уҙғарылды. Шулай уҡ еңел атлетика, гир күтәреү буйынса ярыштар ойошторолдо. Байрам аҙағында спорт һәм мәҙәни яҡтан иң көслө ауыл биләмәһе асыҡланды. Әләгәздәргә етеүсе булманы.

Гөлназ Хәйбуллина