Йылдың төп ваҡиғаһы сағыу тамашаларға ла, милли уйындарға, спорт ярыштарына ла бай булды, Сараның иң мауыҡтырғыс мәлдәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Көн һалҡынса тороуға ҡарамаҫтан, халыҡтың кәйефе күтәренке, оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бар тирә-йүн йәшеллеккә күмелгән, ҡояш та йылы нурҙары менән һөйөндөрә башлаған. Баҫыу эштәре лә ваҡытында һәм сифатлы башҡарылған. Шуға күрә ер хужаларының һабантуй гөрләтергә тулы хоҡуғы бар.
Тирмәләр һабан байрамының биҙәге. Быйыл Иҙәш йылғаһы буйына 15 ауыл биләмәһе һәм район ойошмалары үҙ тирмәләрен ҡуйған. Бында халыҡтың көнитмеше лә, ғөрөф-ғәҙәттәре лә, милли кәсептәре лә сағыла. Тирмәләр араһында конкурс та бара. Быйыл еңеү ташбулаттарҙа, әммә һәр тирмә үҙенәлекле, сағыу, бәләкәй генә тарих музейын хәтерләтә.
Сәхнәләр дәртле көйҙәрҙән, йыр-моңдан яңғырап тора. Әбйәлил һабантуйы һәр йылдағыса тарихи үткәнебеҙҙе сағылдырыуы, милли рухта һуғарылыуы менән дә айырылып тора.
Һабантуй сағыу тамашаларға бай булыуға ҡарамаҫтан, был сараның төп хужалары көндө-төнгә ялған эшләгән ялан батырҙары, ер хужалары. Байрамда уларҙың урыны сәхнә түрендә. Һабантуйҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән механизаторҙар, малсылар, һауынсылар билдәләп үтелде.
Быйыл әбйәлилдәр 70 меңгә яҡын гектар майҙанда сәсеү эштәрен башҡарған. Хужалар әйтеүенсә, төбәктә яңы культуралар сәсеүгә ныҡлы иғтибар бирелә, заманса технологиялар ҡулланыла.
Әбйәлил һабантуйы милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Батырҙар келәмдә бил һынашты, состар һырғауылға үлмәләне, юртаҡтар бәйгелә уҙышты.
Быйылғы һабантуй ғаилә ҡиммәтттәрен нығытыуға иғтибары менән дә хәтерҙә ҡалды. Майҙанда яңы ғаилә ҡорған йәш парҙар ҙа, ишле бала тәрбиәләүселәр ҙә, хеҙмәт династиялары ла тәбрикләнде. Ә ялан батырҙары байрамдан тура баҫыуҙарға юлланды, хужалыҡтарҙа химик утау башланып тора. Әле көнө йылды туйҙырыр яуаплы осор, быйыл ерҙең дымға туйыныуы мул уңышҡа өмөт уята.
Рәмзиә Кәримова