Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылында яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһалды

Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рәфил Хәзиев ойошторған һабантуйҙан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылына ҡунаҡтар һабантуйға төрлө тарафтарҙан саҡырылған. Ауыл эшсәндәренең баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау башта Рәфил Хәзиев етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы эсендә генә үткәрелһә, хәҙер ул ауыл һабантуйы булараҡ киң ҡолас алып, олоһон да кесеһен дә берләштерә.

Һабантуйҙа таһыллыҡты, көстө, йылғырлыҡты һанап ҡарау өсөн бөтә төр ярыштар ҙа ойошторолған. Тоҡ кейеп йүгереүселәр майҙанында ла сәмле ярыш барҙы. Дистанцияны уңышлы үтеүселәр алҡыштар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән дәртләндерелде.

Был тәкә һабантуй батырына тапшырыласаҡ. Келәмдә бил һынашыусылар иһә көрәш ҡанундарынан тайпылмаҫҡа тырышты, сөнки һәр егет үҙен һабантуй батыры итеп күрергә теләне. Әммә бәхет Илһам Рамаҙановҡа йылмайҙы. Тоҡ бәрешеүселәр араһында ла ярыш көсөргәнешле барҙы. Армреслингта иһә батырҙар ҡул көсөн һананы. Көйәнтә менән һыу ташыусылар араһында 64 йәшлек Рәшит Төхвәтшинға тиңләшеүсе булманы.

Һалҡын һауа торошона ҡарамаҫтан, халыҡсан ярыштарҙа етеҙҙәр, батырҙар, көслөләр майҙан тотто. Хатта ҡыҙ-ҡырҡын да һырғауылға үрмәләргә йөрьәт итте. Был ярыш төрөн ойоштороусылар һырғауылға үрмәләүселәрҙе страховкаланы. Алмаз Ғәйнанов үҙенә төп приз – әтәс алыу өсөн саҡ ҡына көс етеңкерәмәүен билдәләне .

Сәүәҙебаш ауылы һабантуйында крәҫтиән-фермер хужалығы уңғандары тәрбрикләнде. Улар араһында йәштәрҙе үҙе артынан әйҙәүсе ауылдың абруйлы ир-уҙаманы Илгизәр Зәйнуллин да бар.

Сәүәҙебашта ойошторолған һабантуйҙа һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба алды. Йүгерәктәр, арҡан тартышыусылар, волейбол уйынын яратыусылар ҙа саранан бүләкһеҙ китмәне. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған һабантуйҙан халыҡ рух күтәреңкелеге, яҡшы кәйеф алды.

Сәүәҙебашта 500-ҙән ашыу халыҡ йәшәй. Ауылда йыл һайын һабантуйы гөрләп үтә. Сәүәҙебаштар «Атайсал» проектында ла әүҙем ҡатнаша. Саф һыулы Хәби шишмәһе – ошо проект һөҙөмтәһе. Был шишмәне ауыл оҫтаһы Вәлиәхмәт Арҙисламов яңыртҡан. Ауыл кешеләре киләсәктә «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеү яулап, һыуүткәргесте берҙәм көс менән яңыртырға ниәтләй.

Гүзәл Борханова