Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, 1 сентябрҙә республикала капиталь ремонттан һуң 63 мәғариф учреждениеһы үҙ ишектәрен асасаҡ.
Белем усаҡтары Владимир Путин башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған федераль программаға ярашлы төҙөкләндерелә. Әле эштәрҙең ҡыҙыу мәле. Комплекслы башҡарылған капиталь ремонт биналарҙың нигеҙен нығытыуҙы, ҡыйыҡты, түбәләрҙе, иҙәндәрҙе, тәҙрә-ишектәрҙе һәм баҫҡыстарҙы яңыртыуҙы үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ фасадты, йылылыҡ һәм елләтеү системаларын, канализация, һыу тәьминиәтен яңыртыу планлаштырылған. Эш киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк. 2026 йылға тиклем республиканың кәмендә 365 мәктәбенә капиталь ремонт уҙғарыу ҡаралған.