Шулай уҡ театрлаштырылған тамашалар күрһәтелде, дәүләт флагы янында шиғыр һөйләү буйынса флешмоб уҙғарылды. Район үҙәгендәге майҙанда үҙешмәкәр коллективтар тарафынан «Рәсәй – йырҙа һәм йөрәктә» тип исемләнгән концерт ҡуйылды.
Сара аҙағында урындағы балалар художество һәм музыка мәктәптәре уҡытыусылары Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ уҡыусыларға паспорт тапшырыу тантанаһы үтте.
Гөлназ Хәйбуллина