Бөгөн Башҡортостанда матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Ошо уңайҙан журналистарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне.

«Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Башҡортостандың заманса медиатармағы республика тормошон һәр яҡлап яҡтыртыуҙы тәьмин итә, яңылыҡтар менән оператив таныштыра, кешеләргә төп ваҡиғалар үҙәгендә булырға ярҙам итә. Бөгөн яңы медиатехнология бик тиҙ үҫә, мәғлүмәти киңлек ҙурая.

Журналист һүҙе йәмғиәттә лайыҡлы һәм хөрмәтле булып ҡала бирә. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ ярҙамында беҙ кешеләрҙе борсоған проблемалар тураһында беләбеҙ, уларҙы һөҙөмтәле һәм тиҙ хәл итергә тырышабыҙ. Күп йылдар дауамында матбуғат һәм журналистика өлкәһендә емешле хеҙмәт иткән, традицияларҙы һаҡлап ҡалған, йәштәргә үҙ тәжрибәләрен тапшырған ветерандарға рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә ижади энергия, яңы идеялар һәм фекерҙәр теләйем! Журналист һүҙе гел дөрөҫ булһын, тыуған республикабыҙ һәм илебеҙ именлегенә хеҙмәт итһен», – тиелә Радий Хәбировтың Башҡортостан журналистарына ҡотлауында.