Радий Хәбиров хәүефле аттракциондарҙы ябырға ҡушты

Был турала республика башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан менән идара итеү үҙәгендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек, ихаталарҙы йылдар дауамында торған транспорт сараларынан азат итеү, урындарҙа һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу хаҡында барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Көндәр йылыныу һәм йәйге каникулдар башланыу менән парк-скверҙарҙа ял итеүселәр арта. Бигерәк тә балалар был миҙгелде көтөп ала. Әммә күңелле минуттарҙың дауахана койкаһында тамамланыуы ла ихтимал. Аттракциондар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән осраҡта. Тимер уйын ҡоролмаларының техник торошо бөгөн оператив кәңәшмәлә лә тикшерелде.

Башҡортостанда аттракциондар даими күҙәтеү аҫтында. Шуға ҡарамаҫтан, күңелһеҙ осраҡтар ҙа булып ала. Быйыл 8 майҙа Нефтекама ҡалаһында ике 11 йәшлек ҡыҙ аттракциондарҙа әйләнгән саҡта тән йәрәхәттәре ала. Тикшереүҙәр ҡоролманың рөхсәтһеҙ файҙалана башлауын асыҡлай. Әле республикала 367 аттракцион бар, уларҙың төп өлөшө ҡулланыуға әҙер.

Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә тигән һымаҡ, әле үк киләһе йылытыу миҙгеленә әҙерлек хаҡында ла һүҙ бара. Коммуналь хеҙмәттәргә 1 мең 645 ҡаҙанлыҡты әҙерләү, 526-һын ремонтлау һәм яңыртыу бурысы тора. Эш башланған, ошо маҡсатта 5 миллиард 500 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

Оператив кәңәшмәлә беренсел һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау хаҡында ла һүҙ барҙы. Киләһе 3 йыл эсендә амбулатор-поликлиника учреждениеларның базаһын нығытыу маҡсатында 22 объект төҙөү күҙаллана. Йәғни 10 полилиника, 8 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 2 ауыл амбулаторияһы һәм 2 үҙәк район дауаханаһын сафҡа индереү ҡаралған.

Хөкүмәт кәңәшмәһендә ихаталарҙы йылдар дауамында ҡуҙғатылмай торған транспорт сараларынан таҙартыу мәсьәләһе лә тикшерелде. 2019 йылдан алып халыҡтан ошо проблема буйынса 5 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителгән, уларҙың 79 проценты Өфөгә тура килә.

Белгестәр был аҙнала Санкт-Петербург ҡалаһында үткән иҡтисади форумдың программаһы буйынса ла фекер алышты. Башҡортостан был сарала 65 миллиард һумға иҫәпләнгән 31 килешеүгә ҡул ҡуйырға иҫәпләй.

Рәмзиә Кәримова