Унда журналистар тәбрикләнде. Луганск халыҡ республикаһына барып ҡайтҡан хеҙмәттәштәребеҙ Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союздарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Байрамға килеүселәр өсөн республика матубғат сараларына яҙылыу ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙма.
Бөгөн «Башҡортостан» газетаһы сыға башлауға 105 йыл. Тап ошо тарихи датаға бәйле республикала 14 июнь матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары көнө билдәләнә. Ул ғәҙәттәгесә Матбуғат йорто алдында үтте. Байрамға килеүселәр өсөн баҫмаларға яҙылыу ойошторолдо.
Газетаның тиражы ваҡытында 100 меңдән ашып киткән. Әле лә уға яҙылыусылар күләме был һандан ҡалышмай, тик әлбиттә, баҫма түгел, ә интернет вариантты үҙ итеүселәр менән.
Заман менән бергә генә түгел, бәлки, бер аҙым алда барыусылар тип әйтергә мөмкиндер, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен. Был йәһәттән тормошто сатира һәм юмор күҙлегенән сағылдырыусы «Һәнәк»тәр ҙә яңыса элеп һелкеп һала.
Милли матбуғат баҫмалары туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә таяныс булып тора. Бала саҡтан үҙ телендә газета һәм журналдар уҡып үҫкәндәр быны яҡшы аңлай.
Башҡортостанда 3 меңдән ашыу журналист иҫәпләнә, тип билдәләнде тантаналы сарала. Төбәк журналистикаһын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәр һәм төрлө конкурс еңеүселәре тәбрикләнде.
Луганск халыҡ республикаһында командировкала булып ҡайтҡан хеҙмәттәштәребеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәре һәм телеоператорҙары Рафиҡ Әхмәтшин, Азат Саҙрыев, Булат Саҙрыев һәм Вадим Исламов Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союздарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Рәмилә Исмәғилева