Радий Хәбиров ҡалаларҙы таҙартырға һәм матурларға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә муниципалитет етәкселәренә мөһим бурыс ҡуйҙы. Радий Хәбиров урамдарҙан хужаһыҙ һәм иҫке техниканы алып ташларға, ауыл һәм ҡалаларҙы таҙа тоторға ҡушты. Республика Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы тикшереү ойоштора башлай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһына яңы коммуналь техника тапшырылды. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙә шундай хәбәр менән уртаҡлашты.