Республикала коронавирус йоҡтороусылар кәмей бара

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә 51 кешелә “ковид-19” инфекцияһы раҫланған, 1 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле стационарҙа 150 сирле дауалана, уларҙың күбеһе алтмыш йәштән өлкәндәр. Табиптар әйтеүенсә, 25 кеше ауыр хәлдә. Бер пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 372 кеше өй шарттарында дауалана. Белгестәр ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн вакцина яһатырға кәңәш итә. Башҡортостанда 598 меңдән ашыу кеше ҡабаттан прививка эшләткән. Һуңғы тәүлектә иммунизация үтеүселәр 15 меңгә артҡан.