Уның өҫтөнә сәйнүк ҡолаған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Сабыйҙың тәне бешкән. Ул баш ҡаланың 18-се дауаханаһына оҙатылған. Белгестәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.Ҡотҡарыусылар ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға өндәй. “Балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Тәҙрәләргә махсус бик ҡуйығыҙ. Фатирға һәм өйҙәргә янғын иҫкәртеү приборы урынлаштырығыҙ”, ти улар.