Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрыРөстәм Моратов белдереүенсә, Питерҙа республика делегацияһы 50-нән ашыу осрашыу үткәрергә ниәтләй. Улар һөҙөмтәһендә, 65 миллиард һумлыҡ 30 килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡарала. “Рәсәй таянысы” ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николева фекеренсә, инвесторҙар өсөн туризм өлкәһендәге проекттар ҡыҙыҡлы буласаҡ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанды туризм үҫешкән төбәк булараҡ танытыу маҡсатында форум майҙансығында “Башҡортостан” тип аталған башҡорт кухняһы рестораны урынлаштырылған. Халыҡ-ара иҡтисад форумын рәсми асыу тантанаһы иртәгә була. Пленар ултырыш йомаға билдәләнгән.