Бөгөн вице-премьер-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов “Пегас-Агро” предприятиеһы етәксеһе Светлана Линник менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Яҡтар агросәнәғәтте модернизациялау өлкәһендә мәсьәләләрҙе бергә хәл итеү тураһында килеште. Документҡа ярашлы, “Пегас-Агро” компанияһы техника һатып алғанда, республика агрохужалыҡтарына 3 процент ташлама тәҡдим итә. Бөгөн сәнәғәт тармағында 20 миллиард һумға өс килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡарала. Сибай карьеры ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм эргәләге ерҙәрҙе таҙартыу, шулай уҡ Өфө электр техник кластерын үҫтереү проекттары тәҡдим ителә. Бынан тыш, форумда “Сколков” үҙәге һәм Беларустең “Амкодор” компанияһы менән хеҙмәттәшлек булдырыла, тип хәбәр итәләр республика Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан.