Архангел районында агро-хужалыҡта Исмәғилевтар еләк питомнигы асҡан

Еләкле йәй. Архангел районында агро-хужалыҡта Исмәғилевтар питомник ойошторған. «Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә» проектты яҡлап сыҡҡан ғаиләгә Абҙан ауылы эргәһендә ҡуртымға 33 гектар ер биргән.

Йылдам үҫешкән хужалыҡта 15 төрлө емеш сортынан тыш йәшелсәләр ҙә ултыртыла башлаған. Күптән түгел эш башлап тәүге уңышты көткән эшҡыуарҙар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Йәшел еләк төптәренән хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре аҙна-ун көндән татлы емеш йыйырға өмөтләнә. Былтыр Абҙан ауылы эргәһендә төҙөлгән агро-хужалыҡта эшҡыуарҙар ғаиләһе тәүге уңышты түҙемһеҙләнеп көтә.15 төрлө еләк сорттары көҙгә тиклем һатыуға йөрөтөләргә тейеш.

Эко-хужалыҡты Өфөлә йәшәүсе Татьяна һәм Илгиз Исмәғилевтар ойошторған. Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә бизнес проект тәҡдим итеүсе ғаиләнең идеяһы хуплау тапҡас, йәштәргә 10 йылға ҡуртымға ер майҙаны тапшырылған. Пандемия ваҡытында иҡтисади көрсөккө эләгеп, кибеттәрен ябырға мәжбүр эшҡыуар агро-хужалыҡ йүнәлешен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙләштергән.

Ауыл эргәһендәге буш яланда агро-хужалыҡ асыу өсөн ғаилә күп көс һалған. Улар биләмәгә ут үткәреп, тупраҡҡа һыу һибеү өсөн заманса техника ҡуйған. Әле емеш-еләк, йәшелсә үҫтереүсе Исмәғилевтар хужалыҡты киңәйтеү өҫтөндә эш алып бара. Улар продукцияны һаҡлау өсөн һыуытҡыстарға майҙан төҙөй.

Флорида Ким