Билдәле яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнде

Яҙыусы, публицист, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнде. Юғары награда әҙибәнең 70 йәшлек юбилейы уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙған кисәлә тапшырылды.

Белорет районында тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхесебеҙҙең исеме республикала киң билдәле. Тәүге һөнәре буйынса уҡытыусы, артабан журналист һәм район гәзите баш мөхәррире, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы тормошоноң төрлө осорҙарында халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә, республиканың рухи-мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерә. Юбиляр балалар яҙыусыһы булараҡ та танылыу яулай.

Гүзәл Ситдиҡова Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтщина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, һуңғы йылдарҙа ул башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире һәм социаль селтәрҙәрҙә халҡыбыҙҙы берләштереүсе популяр төркөмдәр етәксеһе лә. Шағирәгә әҫәрҙәр өсөн яңы темаларҙы, халҡыбыҙҙы берләштерер проекттарҙы ла тормош үҙе тәҡдим итә.

Гөлдәриә Йосопова