Өфөгә Трофим һәм Дима Билан килә

Киләһе аҙнала Республика баш ҡалаһында "Евразия  йөрәге" тигән халыҡ-ара фестиваль ойошторола. Ул 24 июндә асыла. Төрлө йылдарҙа федераль каналда "Тауыш" проектында ҡатнашҡан Башҡортостан вәкилдәре сығышы тәҡдим ителә. 25-ендә "Симфоник төн" була. Гала-концерт 26 июндә уҙғарыла. Унда билдәле йырсылар  Сергей Трофимов һәм Дима Билан ҡатнашыуы көтөлә.