Башҡортостанға яҡут һыбайлылары килеп етте

Оймякондан Мәскәүгә. Яҡут республикаһынан илдең баш ҡалаһына һыбай юлланған сәйәхәтселәр Башҡортостанға килеп етте. Яҡут республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған акцияла ҡатнашыусылар бөгөн Өфөлә. Улар Таһир Күсимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында журналистар менән аралашты. Дугуйдан Винокуров былтыр 5 мартта юлға сыҡҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сәйәхәтселәр Өфөнән Татарстанға юл тота. Мәскәүҙән һуң һыбайлылар Санкт-Петербург ҡалаһына юлланырға ниәтләй.