Башҡортостан аҙыҡ-түлек баҙарында хәл тотороҡло

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов белдереүенсә, етештереүселәр сеймал менән тулыһынса тәьмин ителгән, ҡытлыҡ юҡ, предприятиелар өҙөклөкһөҙ эшләй. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ҡайһы бер төр аҙыҡ-түлеккә хаҡ  түбәнәйеүе теркәлгән. Социаль-иҡтисади үҫеш буйынса оператив  штаб ултырышында баҙарҙа хаҡтарҙы күҙәтеүҙе көн һайын түгел аҙна һайын ойошторорға тәҡдим ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров  был тәҡдимде хупланы.