Рәсәйҙә юғары уҡыу йортона инеү өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса минималь балдар билдәләнде

Фән һәм юғары белем министрлығының бойороғо менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин.  Рус теле һәм география буйынса кәмендә 40 балл кәрәк. Физика, математика, биология һәм химияны - 39, йәмғиәтте өйрәнеү фәнен - 45, тарихты - 35, сит телдәрҙе - 30, информатиканы 44 балға белеүселәрҙең ВУЗ һайлау мөмкинлеге була.