Санкт-Петербургта Башҡортостан стенды яҡшы баһа алды

Рәсәй кластерҙар һәм технопарктар берлеге директоры  Андрей  Шпиленко Петербург  иҡтисади форумында  Башҡортостан стендына юғары баһа  бирҙе. "Радий Хәбиров командаһы һуңғы йылдарҙа Башҡортостанға үҙгәрештәр алып килде. Был стендта ла асыҡ күренә. Республиканың мөмкинлектәре менән танышырға була, виртуаль павильон аша ғәмәлгә ашырыласаҡ проекттарҙы күрергә мөмкин. Инвесторҙар тап Башҡортостан хөкүмәте менән күп килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға тейеш", ти Андрей Шпиленко.