Якутск ҡалаһында донъяның виртуоз ҡумыҙсыларын асыҡлайҙар

  Бөгөн унда халыҡ-ара конкурс башланды. Ижади ярышты асыу тантанаһы Орджоникидзе исемендәге майҙанда үткән. Унда 300-ҙән ашыу музыкант ҡатнашлығында флешмоб булған. “Конкурста Башҡортостан данын өс ҡумыҙсы яҡлай”, - ти республиканың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл Саха-Яҡут республикаһы ойошторолоуға 100 йыл. Киләһе аҙнала унда Рәсәй милли театрҙары конгресы уҙа. Йыйында Башҡортостандан Илшат Мөхөтдиновтың ҡатнашыуы көтөлә.