Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Евразия Агрологистикаһы” агросәнәғәтте үҫтереүҙә булышлыҡ итеү ойошмаһы араһында килешеү төҙөлдө. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу республика иҡтисадына 8 миллиард һум аҡса йәлеп итеү, 100 кешегә эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирә. “Агроэкспресс” проекты Рәсәй, Евразия иҡтисади берләшмәһе дәүләттәре агросәнәғәт тауарҙарын Ҡытай, Үзбәкстан, Вьетнам, Әзербайжан, Иран һәм Көньяҡ-Көнсығыш һәм Үҙәк Азия илдәренә экспортты үҫтереүгә йүнәлтелгән.