«ДОМ РФ» институты Башҡортостандың инфраструктура проекттарына 21 миллиард һум аҡса йүнәлтмәксе

Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге «ДОМ РФ» институты Башҡортостандың инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға 21 миллиард һум аҡса йүнәлтергә иҫәп тота.

Был туралағы хеҙмәттәшлек килешеүе бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында уҙған иҡтисад форумында ҡабул ителде. Документҡа республика башлығы Радий Хәбиров менән «ДОМ РФ» институты етәксеһе Виталий Мутко ҡул ҡуйҙы. Килешеүгә ярашлы, ойошма республика һуғыш ветерандары госпиталенең 10 миллиард һумға иҫәпләнгән яңы бинаһын төҙөүҙә ҡатнашырға ниәтләй.

Шулай уҡ Ағиҙел аръяғының инфраструктураһын яҡшыртыу, математика лицей-интернатын төҙөү, 8 миллиард һумға һыу селтәрҙәре һуҙыу хаҡында һүҙ бара. Проектты ғәмәләгә ашырыу ваҡыты әлегә билдәләнмәгән, аныҡ сроктар эш барышы менән бәйле һорауҙарҙы хәл иткәс асыҡланасаҡ.

Башҡортостанда шулай уҡ «Агроэкспресс» проекты сиктәрендә күмәртәләп бүлеү үҙәге төҙөлә. Был туралағы хеҙмәттәшлек килешеүе республика Хөкүмәте менән коммерция булмаған «Евразия Агрологистикаһы» ойошмаһы араһында ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, яҡтар Рәсәй етештереүселәренең һәм Евразия иҡтисад союзына ингән дәүләттәрҙең ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа сығарыуҙы үҫтерергә ниәтләй.

Һүҙ Ҡытай, Үзбәкстан, Вьетнам, Әзербайжан, Иран һәм Көньяҡ-Көнсығыш, Үҙәк Азия илдәре хаҡында бара. Ошо маҡсатта заманса логистика технологиялары ҡулланылған юғары тиҙлекле контейнер поездары йөрөй башлай. Инвестиция килешеүе Башҡортостан иҡтисадына 8 миллиард һум аҡса йәлеп итергә булышлыҡ итә, шулай уҡ 100-ҙән ашыу эш урыны асыла.

Рәмзиә Кәримова