Һанлы үҫеш министрлығының Берҙәм дәүләт порталы бүлегендә ер һәм милек буйынса электрон хеҙмәттәр күрһәтелә. Әле унда аукционға ҡуйылған 200 самаһы ер биләмәһе менән танышырға мөмкин.
Электрон базаны Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тултыра. Ер участкаһын һайлап алып унда йорт һалыу, инженер селтәрҙәр үткәреү өсөн ғариза биреү, объектты һүтеү һәм башҡа эштәрҙе башҡарырға мөмкин. Бүлектә республиканың бөтә муниципалитеттары буйынса ер биләмәләре тураһында мәғлүмәт булдырыла.
Һанлы формат физик һәм юридик шәхестәр өсөн берҙәй уңайлы буласаҡ, ти уны ойоштороусылар.
Рәмилә Исмәғилева