Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһында заманса ҡоролма

Бөгөн медицина учреждениеһында яңы эндоскопия ҡоролмаһы ҡулланыла башланы.

Баш ҡаланың 21-се дауаханаһы республикалағы иң ҙур медицина учреждениеларының береһе һәм тап ошо дауаханаға лапороскопия ысулы менән эшләнгән операцияларҙы төп өлөшө тура килә. Шуға күрә хирургтар эндоскопия ҡоролмаһын түҙемһеҙлек менән көтөп алған.

Халыҡ-ара кимәлдәге заманса аппаратурала эшләү өсөн алдан уҡ курстар ойошторолған, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылған. Табиптар фекеренсә, эндоскопия ҡоролмаһы операция сифатын яҡшыртырға һәм пациенттың аяҡҡа баҫыу осорон тиҙләтергә булышлыҡ итә.

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһында әлеге ваҡытта йыл һайын лапороскопия алымы менән меңдән ашыу операция яһала. Медицина учреждениеһы табиптары һирәк осрай торған сирҙәргә лә әмәлиәттәр үткәрә.

Заманса ҡоролма абдоминаль хирургия, колопроктология, гинекология, урология өлкәһендә ҡатмарлы сирҙәрҙе дауалау мөмкинлеге бирә. Белгестәр Японияла етештерелгән «Олимпус» ҡоролмаһын һуңғы быуын техникаһы тип атай. Ул хирургтарҙың эшен күпкә еңелләштерә.

Рәмзиә Кәримова