Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бәлиғ булмаған ул-ҡыҙҙарын, ауырыу балаларын яңғыҙ бағыусы әсәләр мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһай. «Суд приставтары балаларға», «Балаға йәй бүләк ит» хәйриә акциялары бәлиғ булмаған балаларҙың йәшәйешен сағыу төҫтәр менән байытырға булышлыҡ итә.
Ғаиләләргә алименттарҙы ҡайтарыуҙан тыш, паллиатив сирҙән интеккән балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә лә ярҙам ҡулы һуҙа, республикала төҙөлгән хоспис өсөн дә аҡса йыйғандар. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был «Газель» микроавтобусындағы гигиена кәрәк-яраҡтары паллиатив сирҙән интеккән балаларға тәғәйенләнә. Улар суд приставтары тарафынан һатып алынған. Тәүге маршрут Өфөнөң Дим районындағы Яңы Рәсәй урамына юллана.
8 йәшлек Богданды әсәһе яңғыҙ тәрбиәләй. Баланың атаһынан бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ. Суд приставтары хоҡуҡи ярҙам да күрһәткән. Бөгөн иһә ғаиләгә гигиена кәрәк-яраҡтары, туҡланыу өсөн махсус ризыҡ алыуға матди ярҙам, тәмлекәстәр тапшырылды.
Ихлас күңелдән тапшырылған хәйриә ярҙамын һәм күстәнәстәрҙе Лилиә Йомағолова ҡыуанып ҡабул итте. Яңғыҙы ауыр сирле бала баҡҡан әсәгә еңел түгел. Ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәргән ханым улын һәм үҙен яҡлаусы хеҙмәткә оло рәхмәтен еткерҙе.
Өфө хосписы тәрбиәләнеүселәренә суд приставтары даими ярҙам итә. Паллиатив сирҙән интеккән балалар баҡҡан ғаилләрҙең көнитмешен саҡ ҡына булһа ла еңеләйтеү, матди хәлен яҡшыртыуға ярҙам күрһәтеү инициативаһы менән сығыш яһай.
Лилиә Йомағолова һәм тағы ла дауаланмай торған сирле балалар тәрбиәләгән 15 ғаиләгә бындай хәйриә ярҙамы миһырбанлыҡ һәм изгелек өлгөһө. Мәрхәмәтлек ярҙамы, иғтибар балаларҙың һәм уларҙы баҡҡан әсәләр тормошон бер ни тиклем еңеләйә төшә. Беҙҙең һәммәбеҙ ҙә был изге эшкә ҡушыла ала.
Өфө хосписы хәйриә аҡсаларына төҙөлә. 60 урынға иҫәпләнгән хоспис быйыл асыласаҡ. Суд приставтары башлаған изге эшкә дәррәү ҡушылайыҡ. Даими ҡарау һәм тәрбиә талап ителгән паллиатив сирле балаларҙың тормош шарттарын яҡшыртыусылар рәтендә булайыҡ.
Гүзәл Борханова