Бөгөн – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 268 йыл

Ошо уңайҙан республика йәмәғәтселеге батыр һәйкәленә сәскә һалды, изге урында ҡурай моңо яңғыраны. Батырҙың шәхесе кеүек үк, уның мөһабәт һәйкәле лә күптән инде Башҡортостан символына әйләнгән.

Республикаға ер, һыу, һауа юлдары менән килгән һәр кемде тап Салауат Юлаев һәйкәле ҡаршы алыуы тәрән мәғәнәгә эйә. Халыҡты ғәҙеллек өсөн көрәшкә күтәргән герой исеме милләт-ара татыулыҡ, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү өлгөһө булып ҡала.