Үлемесле авария Иглин районында теркәлде. Юл-транспорт ваҡиғаһында кюветҡа түңкәрелгән «Лада» автомобилендә 32 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән.
Салондағы 18 йәшлек пассажир иҫән, уны хәүефһеҙлек ҡайышы ҡотҡарған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, водитель һәм уның юлдашы иҫерек булған.
Рафиҡ Әхмәтшин