Башҡортостан хөкүмәте һәм "Корпорация Туризм.РФ" ойошмаһы хеҙмәттәшлек тураһында килеште

Документҡа  Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында ҡул ҡуйылды.  Республика Башлығы Радий Хәбиров  белдереүенсә, әле Башҡортостанға туристарҙың күпләп килеүе күҙәтелә. Шуға заманса инфраструктура булдырырға кәрәк. Туристарға уңайлы шарттар булдырыла, тәбиғәтте һаҡлау буйынса ла саралар күрелә. -Яңы килешеү Башҡортостанды киңерәк танытыуҙа, туристик бизнес өсөн шарттар булдырыуҙа тағы бер аҙым була, - тине Радий Хәбиров.