Республика Башлығы Радий Хәбиров ВЭБ.РФ дәүләт корпорацияһы өлкән вице-президенты Михаил Алашкевич менән осрашты, проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса һөйләшеү булды. -Башҡортостан Фәнни-мәғариф үҙәген булдырыу һәм Өфөләге ВУЗдарҙы берләштереү студенттар кампусы проектына дәүләт яғынан ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирҙе. Кампус ҡаланың тарихи үҙәгендә булдырыла, - тине Радий Хәбиров. Тәүге этапта IQ-парк бинаһы төҙөлә. Артабан, торлаҡ корпустары, уҡыу аудиоториялары, лабораториялар булдырыу планлаштырыла.