Уның менән бүләкләнеүселәргә премия тапшырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Граждандар форумы барышында ошо турала белдерҙе. Ул йыйында ҡатнашыусыларҙы видеоэлемтә аша Санкт-Петербургтан сәләмләне. Питерҙа үткән халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса президент гранттары фонд-операторы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Радий Хәбиров һәм фондтың генераль директоры Илья Чукалин ҡул ҡуйҙы. Был килешеү беҙҙең республикаға яңы мөмкинлектәр бирәсәк, тигән фекерҙә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика Граждандар форумы беренсе тапҡыр 2014 йылда үтте. Бөгөнгөһө алтынсыһы. Йыйын һөҙөмтәләре киске яҡта “Гражданлыҡ башланғыстары: яңы мөмкинлектәр” тип аталған пленар ултырышта иғлан ителә.