Петербург иҡтисад форумында Республика башлығы Радий Хәбиров стандартлаштырыу агентлығы етәксеһе Антон Шалаев, Кластерҙар һәм технопарктар берлеге директоры Андрей Шпиленко менән осрашты. Унда белдерелеүенсә лаборатория быйыл декабрҙә асылырға тейеш. Бындай лабораторияларҙы һәр технорпаркта булдырыу кәрәклеге тураһында әйтелде. Яңы нормалар Башҡортостанда һыналыуы мөмкин. Республика Башлығы был тәҡдимде хупланы. Росстандарт үҙәктәре сығарылған продукцияға шунда уҡ сертификат биреү мөмкинлеге буласағы тураһында белдерҙе.