“Йәштәр һәм балалар хәрәкәте – гражданин һәм патриот булдырыу нигеҙе”

“Йәштәр һәм балалар хәрәкәте – гражданин һәм патриот булдырыу нигеҙе”.  Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Марина Таран ошондай фекерҙә. Ул был турала Граждандар форумы барышында белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Граждандар форумы коммерция булмаған ойошмалар өсөн күргәҙмә майҙансығы булып тора. Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында иң яҡшы өлгөләр, һөҙөмтәле технологиялар, яңы социаль программалар һәм проекттар менән танышырға мөмкин.  Башҡортостан илдә коммерция булмаған ойошмалар һәм йәмәғәт активистары һаны буйынса иң яҡшы биш төбәк араһында. Бер нисә йылда республикаға бер миллиард һумдан ашыу Рәсәй Президенты гранттары  йәлеп ителгән.