Башкортостан Президент гранттарының икенсе конкурсында еңеүселәр һаны буйынса икенсе урында

Волга буйы федераль округында беҙҙең республика беренсе килә. Коммерция булмаған ойошмалар тәҡдим иткән 74 соцаль проектҡа 83 миллион һумдан ашыу грант аҡсаһы бирелә. Башҡортостандан конкурсҡа бөтәһе 581 ғариза тапшырылған. Бөгөн республика Йәмәғәт палатаһы Аппаратының Ресурстар үҙәге Граждандар форумында ошо турала белдерҙе. Иң ҙур грант – 8 миллион һум “Йәш этносәйәсмән мәктәбе” проектын тормошҡа ашырыу өсөн бирелә.  Иң бәләкәй сумма – 195 мең һум. Ул Киокушин федерацияһына күсерелә һәм сколиоз сирен иҫкәртеү маҡсатында тотонола. Президент гранттарының икенсе конкурсында еңеүселәр һаны буйынса Санкт-Петербург беренсе урында, өсөнсөлә Һамар өлкәһе. Бөгөн Граждандар форумы барышында коммерция булмаған ойошмалар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Хәбирова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан илдә коммерция булмаған ойошмалар һәм йәмәғәт активистары һаны буйынса иң яҡшы биш төбәк араһында.