Башҡортостан инвестиция климаты милли рейтингында бишенсе баҫҡыста нығынды

2021 йыл һөҙөмтәләрен Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форум барышында Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов иғлан итте.

Шулай итеп, республика инвесторҙарҙың иғтибарын йәлеп итеүҙә алдынғы урынды һаҡлап ҡалды. Милли рейтингтың тәүге бишәү исемлегенә Башҡортостан былтыр күтәрелгәйне. Ул осорҙа республика 16 позицияға ынтылыш яһаны.

Милли рейтинг 2014 йылдан башлап төҙөлә. Уның ярҙамында төбәк властәрының бизнес алып барыуға уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлектәре баһалана. 2021 йылда республиканың төп капиталына 419 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән, 948 инвестиция проекты уңышлы ғәмәлгә ашырылған.