Башҡортостанда рәсми теркәлгән һәр эшһеҙгә ике вакансия тура килә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле хеҙмәт баҙарында эш биреүселәрҙән 50 мең тәҡдим бар. Рәсми эшһеҙҙәр һаны 21 мең ярымдан күберәк. Уларға яңы һөнәр өйрәнеү мөмкинлеге лә бар.

«Демография» проектына ярашлы, өс айлыҡ бушлай курстар ойошторола. Программала ҡатнашыу өсөн йәшәү урыны буйынса эш менән тәьмин итеү бүлексәһенә барырға кәрәк.

Әлфинә Килдейәрова