Башҡортостан Рәсәй төбәктәренең инвестиция климаты милли рейтингында 5 баҫҡыста нығынды. 2021 йыл һөҙөмтәләрен Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов иғлан итте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Милли рейтингта тәүге бишәү исемлегенә былтыр күтәрелде. 2021 йылда республиканың төп капиталына 419 миллирд һумдан ашыу инвестициялар йәлеп ителгән, 948 инвестиция проекты уңышлы ғәмәлгә ашырылған. “Коронавирус пандемияһы шарттарында бизнес өсөн ҡатмарлыҡтар булды. Беҙгә хатта сикләүҙәр индерергә тура килде”, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Бөгөн милли рейтингтың әһәмиәте арта. Ҡатмарлы шарттарҙа иҡтисади үҫеш инвестицияларға бәйле”, - ти Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Башҡортостан етәкселеге тиҙ арала аныҡ ҡарар ҡабул итә белә. Бында инвесторҙар өсөн тейешле шарттар булдырылған”, - ти “Амкодор” йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт