Граждандар форумы коммерция булмаған ойошмалар өсөн күргәҙмә майҙансығы булып тора. Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында иң яҡшы өлгөләр, һөҙөмтәле технологиялар, яңы социаль программалар һәм проекттар менән таныштырҙылар. “Йыйындың әһәмиәте ҙур. Грант алыу өсөн проекттар әҙерләргә өйрәнәбеҙ”, - ти Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашкортостан – Президент гранттарының икенсе конкурсында еңеүселәр һаны буйынса икенсе урында. Волга буйы федераль округында беҙҙең республика беренсе килә. Коммерция булмаған ойошмалар тәҡдим иткән 74 социаль проектҡа 83 миллион һумдан ашыу грант аҡсаһы бирелә. Бөгөн республика Йәмәғәт палатаһы Аппаратының Ресурстар үҙәге Граждандар форумында ошо турала белдерҙе. Иң ҙур грант – 8 миллион һум. Был сумма “Йәш этносәйәсмән мәктәбе” проектын тормошҡа ашырыу өсөн бирелә.